11 октября - День Республики Башкортостан
Октябрь 10, 2024
Просмотров: 415
11 октябрь - Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө.
Башҡортостан - бай төбәк һәм беҙ уның ҡабатланмаҫ тәбиғәте, күп быуатлы бай тарихы менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Бөгөн беҙ үҙҙәренең көсөргәнешле хеҙмәте, сикһеҙ батырлыҡтары менән ошо ерҙе булдырған һәм һаҡлап алып ҡалған ата - бабаларыбыҙға оло хөрмәт күрһәтәбеҙ.
Алдағы көндәрҙә республиканың яҡты киләсәгенә һәр бала үҙ хеҙмәте менән ҙур өлөш индерәсәк тип ысын күңелдән ышанып ҡаршы алабыҙ.
Байрам айҡанлы балалар баҡсаһында субботник үткәрелде, өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәре, коллектив менән самауырлы,йыр-моңло байрамда ҡатнаштыҡ.
Тыуған Башҡортостаныбыҙға - тыныслыҡ һәм тотороҡло үҫеш, һәр йортҡа - татыулыҡ һәм муллыҡ теләйбеҙ.
Республика көнө менән!