Шәжәрәмде онотмам, тамырымды ҡоротмам!" байрамы.
Ноябрь 14, 2024
Просмотров: 4969
Шәжәрә - үткәнебеҙҙе, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе сағылдырған нәҫел ағасы.
Бөгөн беҙҙең балалар баҡсаһында "Шәжәрәмде онотмам, тамырымды ҡоротмам!" байрамы үтте. Был сара Рәсәй кимәлендә иғлан ителгән ғаилә йылы айҡанлы һәм йыллыҡ планға ярашлы ойошторолдо.
Ғаилә тарихы менән таныштырып байрамда Әлмөхәмәтовтар, Хәкимовтар, Алсынбаевтар ғаиләләре сығыш яһаны. Шәжәрә менән танышыу байрамдың иң сағыу өлөшө булғандыр. Милли аштарҙан, ризыҡтарҙан һығылып торған өҫтәлдәр, ҡул эштәре, йыр-моң ҡунаҡтарҙың күңеленә хуш килде.
Конкурс турҙары араһында балалар баҡсаһының өлкән төркөм тәрбиәләнеүселәренең матур, сағыу концерт номерҙары, ағинәйҙәрҙең ҡатнашыуы байрамдың мәртәбәһен тағы ла арттырҙы, рухи дәрт, көс индерҙе.
Байрамдың аҙағында шәжәрәләрен ентекле өйрәнгән, туған тамырҙары менән ғорурланған һәр ғаиләгә диплом, бүләктәр тапшырылды.
"Татыу ғаилә" номинацияһын Алсынбаевтарға, "Музыкаль ғаилә" номинацияһын Әлмөхәмәтовтарға, "Ныҡлы ғаилә" номинацияһын Хәкимовтарға тип жюри ағзалары баһаланы.
Байрам бик ойошҡан рәүештә, матур итеп бер тында үтеп китте.
Килгән ҡунаҡтар, ҡатнашыусы ғаиләләр ырыу байрамынан иҫ киткес рух күтәренкелеге, иман көсө, туғанлыҡ, берҙәмлек тойғолары алып ҡайтты!