1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Спорт әсә" ярышы.

"Спорт әсә" ярышы.

Ноябрь 21, 2024 Просмотров: 7
Бөгөн уртансы төркөм тәрбиәләнеүселәре әсәйҙәре менән бергә 2 командаға бүленеп «Спорт әсә!” ярышында ҡатнаштылар. Тәрбиәселәре Лилиә Рәфис ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы төрлө ҡыҙыҡлы һорауҙар биреп, спорт ярыштары үткәреп уларҙы һиҙгерлектә, тапҡырлыҡта, саялыҡта һынап ҡаранылар. “Сәскәләр” һәм “Күбәләктәр” командалары бер-береһенә алдынғылыҡты бирергә теләмәне, шулай ҙа мәртәбәле жюри ағзалары командалар араһында “Дуҫлыҡ” еңеүен белдерҙе, актив ҡатнашҡандары өсөн диплом һәм миҙалдар тапшырҙы.