1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. "Иң яратҡан кешемә!" иртәлеге.

"Иң яратҡан кешемә!" иртәлеге.

Ноябрь 21, 2024 Просмотров: 4
Әсәләр көнөнә арналған сараны йыл һайын үткәреү беҙҙең балалар баҡсаһында изге йолаға әүерелде. 21 ноябрҙә, «Йәйғор» өлкәндәр төркөмөндә әсәйҙәр өсөн "Иң яратҡан кешемә!" иртәлеге үтте. Тәрбиәләнеүселәр матур шиғырҙар һөйләне, әсәй һәм өләсәй тураһында йырҙар йырланы, дәртле бейеүҙәр башҡарҙы. Балалар әсәйҙәрен байрам менән ҡотланылар, үҙ ҡулдары менән яһаған бүләктәрен ҙур һөйөү һәм наҙ менән тапшырҙылар.
Тәрбиәселәре Зәлиә Зәйнулла ҡыҙы һәм музыка етәксеһе Гөлдәр Мөхтәр ҡыҙы әсәйҙәргә төрлө бәйгеләр үткәреп зирәклектәрен, һиҙгерлектәрен тикшерҙеләр.