1. Наша жизнь
  2. Новости
  3. Башҡорт теле аҙналығы.

Башҡорт теле аҙналығы.

Декабрь 12, 2024 Просмотров: 193
#Башҡорттелекөнө2024
#Деньбашкирскогоязыка
"Бәпембә" балалар баҡсаһында «Башҡорт теле» аҙналығы гөрләп үтте, көн һайын төрлө саралар уҙғарылды. Туған телде һаҡлайыҡ, яратайыҡ, ҡәҙерләйек девизы аҫтында эшләнек.
Шулай итеп, балалар менән башҡорт халыҡ уйындарын уйнаныҡ «Йәшерәм-йәшерәм яулығымды», «Аҡ тирәк — күк тирәк», ат сабышы, хәрәкәтле уйындарға иғтибар бүлдек. Был сарала «Ҡуянҡай» төркөмө кескәйҙәре ихлас ҡатнашты. Балалар башҡорт милли кейемдәре, унан аҙаҡ башҡорт орнаменттары "Ситек биҙәү", "Таҫтамал биҙәү", башҡорт милли ризыҡтары менән танышты.
Башҡорт теле аҙналығы бер тында йөкмәткеле дәрестәр һәм байрамдар менән үтеп тә китте. Халыҡтың милли йөҙөн, телен, мәҙәниәтен һаҡлау беҙҙең үҙебеҙҙән генә тора. Балаларыбыҙ туған телдә һөйләшһә, телебеҙҙең киләсәге бар тигән һүҙ. Телгә һөйөү тәрбиәләүҙе ғаиләлә башлайыҡ, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә дауам итәйек.
Воспитатель: Абдрахимова Л.Р.